Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Ноябрь 2017, 08:17

Алдағы йылдарҙа эре тораҡ пункттарыбыҙҙа юлдарҙың сифаты икенсе буласаҡ – Рөстәм Хәмитов

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль проектын тормошҡа ашырыу алдағы йылдарҙа республикала юлдарҙың сифаты менән бәйле хәлде ярайһы уҡ яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе конференцияһында белдерҙе.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль проектын тормошҡа ашырыу алдағы йылдарҙа республикала юлдарҙың сифаты менән бәйле хәлде ярайһы уҡ яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе конференцияһында белдерҙе.
— Юлдар йәһәтенән беҙ алға киттек. Быйыл ысынлап-та яҡшы эшләйбеҙ. Федераль бюджет Өфө агломерацияһы буйынса яҡшы ярҙам итте. Беҙҙең юл фонды тағы ла нығыраҡ тулылана. Юл төҙөлөшө буйынса һандар 15 миллиард һумдан арта. Өс-дүрт йыл элек 6-7 миллиард һум суммалары хаҡында һүҙ йөрөтһәк, бөгөнгө һан бик ҙур ғына, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта федераль структуралар ҙа М-5, М-7 юлдарында эшләй. Беҙҙең теләгән ҙурлыҡта булмаһа ла, әммә барыбер эре, ҙур эштәр алып барыла. Унда ла яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ тип ышанам.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, әле төп юл артериялары төҙөкләндерелде.
— «Ҡыҙыл линия»нан эскә табан үтһәк, нимәләр эшләргә кәрәклеген күрербеҙ. Әле күп нәмә эшләргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әммә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһы тамамланмай әле. Ул дауам ителәсәк, ярайһы уҡ ресурстар йүнәлтеләсәк. Алдағы ике-өс йылда эре тораҡ пункттарыбыҙҙа юлдарҙың сифаты икенсе буласаҡ. Атап әйткәндә, быны барыһы ла күрәсәк.
Республика етәксеһе шулай уҡ күперҙәр, юл сиселештәре, тимер юл өҫтәренән юлдар һәм башҡар ҙур-ҙур объекттар төҙөлөшө буйынса пландар хаҡында һөйләне. Улар бөтәһе лә ҙур ресурстарҙы талап итәсәк.
— Тимер юл аша иң ябай юл сиселеше йәки ер өҫтө үткәүеле 1 миллиард һум самаһы тора. Ә шундай юл сиселешен тағы ла берәү, икәү һәм хатта унау ҙа түгел, унан күберәк төҙөргә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әммә төҙөйәсәкбеҙ. Хәҙер яңы технологиялар ҡулланыла, был йәһәттән яңы мөмкинлектәр ҙә бар.
Читайте нас