Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
17 Ноябрь 2017, 11:46

Төбәктә башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары фестиваленең Гран-прийын ҡурайсы Илнур Хәйруллин яуланы

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә Башҡортостандың баш ҡалаһындағы иң күренекле урын – Салауат Юлаев һәйкәленә арналған юбилей тантаналары үтә. Бына шулай һәйкәлдәр ҙә юбилейҙарын билдәләй. Әйткәндәй, һеҙҙе лә саҡырғандар.

Башҡортостанда башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестиваленең Гран-прийын ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Илнур Хәйруллин яуланы.
Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестивале Күмертауҙа үтте. Сарала Күгәрсен, Миәкә, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Стәрлебаш райондарынан, Мәләүез, Күмертау, Өфө, Баймаҡ, Сибай һәм Салауат ҡалаларынан 44 яңғыҙ башҡарыусы, шулай уҡ 12 ансамбль ҡатнашты.
Фестиваль өс номинацияла уҙғарылды: башҡорт халыҡ көйҙәре, заманса эшкәртеүҙәге халыҡ көйҙәре, классик әҫәрҙәр. Ҡатнашыусыларҙы З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Венера Йылҡыбаева етәкселегендәге жюри баһаланы.
Зыя Хәлилов (1953-2009) — башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы, Рәсәй, республика күргәҙмәләре һәм конкурстарында ҡатнашыусы.
Читайте нас