Бөгөн Асҡын мәғлүмәт үҙәге бинаһы ҡаршыһында “Бәхетле авто” акцияһы буйынса бүләктәр уйнатылды. Уйын үтәсәк урынға үҙ машинаһында район гәзитенә яҙылыусы 18 водитель килде. “Республика Башкортостан” Нәшриәт йорто биргән ҡиммәтле бүләктәр Асҡын ауылынан Эльза Нафиҡова, Михаил Аксенов, Екатерина Балакина, Эльза Ғилуанова , Үтәштән Гөлгөнә Хамматова бәхетенә тейҙе.