Асҡын районы ветеринария участкаһының баш табибы Руслан Ғәлләмов республика делегацияһы составында “Алтын көҙ-2017” XIX Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенә барҙы. Илдең төп агрофорумында ике меңдән ашыу тармаҡ предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашты. Конкурс программаһында Башҡортостан барлығы 313 миҙал, шул иҫәптән 201 алтын, 85 көмөш, 27 бронза миҙал яуланы. “Эпизоотияға ҡаршы сараларҙы нәтижәле үткәреү” номинацияһында Асҡын район ветеринария участкаһы ла миҙалға лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә уларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “БР-ҙың иң яҡшы ветеринария участкаһы” Дипломы ла тапшырылды.