Асҡын ауылы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексының йыйылма командаһы самбо буйынса Бөтә Рәсәй Самбо көнөнә бағышланған республика турнирында ҡатнашты. Сара Өфө ҡалаһында “Батыр” спорт мәктәбе залында 2003-2004 йылда тыуған ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр араһында үтте. Турнирҙа Фирзан Дилмиев — I, Юлиә Тимерғәлиева III урын яуланы.