Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Ноябрь 2017, 07:53

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары лайыҡлы сығыш яһаны

Быйыл “Урал батыр” бәйгеһендә Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова VI класс уҡыусылары Лилиә Заманова менән Алина Шәймәрҙәнованы яҡшы итеп әҙерләп алып килгән.

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары лайыҡлы сығыш яһаны
Быйыл “Урал батыр” бәйгеһендә Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова VI класс уҡыусылары Лилиә Заманова менән Алина Шәймәрҙәнованы яҡшы итеп әҙерләп алып килгән. Ҡыҙҙар эпостан өҙөктө башҡортса һөйләне. Алина Шәймәрҙәнова үҙенең йәш категорияһында II урынға лайыҡ булды. Ә Лилиә Заманова “Оригиналь сығыш” номинацияһында билдәләнде. Ҡыҙҙарға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Әйткәндәй, ҡыҙҙарға шундай матур костюмдарҙы Алинаның әсәһе Әлфиә Шәймәрҙәнова теккән.
Читайте нас