15 ноябрҙә Балтас район Мәҙәниәт һарайында „Тамаша” республика театр коллективтары фестивале асылды. Театр һөйөүселәрҙе жюри рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, заман драматургияһы үҙәгенең художество етәксеһе Зиннур Сөләймәнов һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фирҙәүес Рәхимов сәләмләне. Фестивалде асыу хоҡуғы балтастарға — „Балҡыш” халыҡ театрына бирелде. Коллектив Х. Ибраһимовтың „Башмағым” пьесаһын заманса үҙгәрештә сәхнәгә ҡуйҙы.