Дәүләкән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов нефть-газ промыслы ҡорамалдарын етештереүҙә, монтажлауҙа һәм ремонтлауҙа махсуслашҡан «Нефтемаш» акционерҙар йәмғиәтенең етештереү майҙансығында булды.
Предприятие 2005 йылдан эшләп килә, «Роснефть», «Газпром нефть», «Башнефть» кеүек заказсылар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Заводта 272 кеше эшләй.
Етештереү күләмдәрен арттырыу кәрәклеге һәм майҙансыҡтар етмәү менән бәйле быйыл дөйөм майҙаны 2,5 мең квдрат метр тәшкил итәсәк механика йыйыу цехы төҙөлә башланы. Яңы бина йөк күтәреү ҡорамалы менән йыһазландырыласаҡ, ул продукцияны цехтан тура тейәп ебәрергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы цехҡа инвестициялар күләме 130 миллион һум тәшкил итәсәк. 90-ғаса эш урыны булдырыласаҡ. Цехты 2018 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов объекттың төҙөлөш барышы менән танышты, предприятие етәкселеге менән уны үҫтереү перспективаларын һәм продукцияны һатыу мәсьәләләрен тикшерҙе.