Йәш сәсәндәр тарафынан «Урал батыр» эпосынан өҙөктө яттан һөйләү бик йәнле үтте. Бәйгелә тәжрибәһе байтаҡ булған, тамашасылар алдында нисек сығыш яһарға кәрәклеген яҡшы белгән йәш сәсәндәр менән бер рәттән, сәхнәлә тәүге йәки икенсегә генә сығыш яһағандар булды. Ләкин улар һынатманы, эпостан өҙөктө яҡшы итеп ятлап, үҙҙәренең оҫта һөйләүе һәм ҡыйыулығы менән айырылып торҙо.
Эпостан өҙөктө рус телендә һөйләүсе Солтанбәк мәктәбенең IV класс уҡыусыһы Азалия Миңлеғәлиева I урын яуланы (фотола уңдан беренсе).
Башҡорт телендә һөйләүселәр араһында I урынға — Асҡын 2-се урта мәктәбенең IV А класы уҡыусыһы Айгөл Ғарифуллина (фотола һулдан беренсе), II урынға — ошо уҡ мәктәптән һәм кластан Азамат Имаев, III урынға Солтанбәк мәктәбенең IV класс уҡыусыһы Алһыу Миңлеғәлиева лайыҡ булды. Йәш сәсәндәрҙе ҡотлайбыҙ! Уларҙың артабан да шулай илһөйәр, телһөйәр, рухлы балалар булып үҫеүен теләйбеҙ!