Владимир Путиндың йыл һайын ойошторолған матбуғат конференцияһы 14 декабрҙә үтеүе мөмкин. Был — бөгөнгә төп дата, тип хәбәр итте РБК каналына дәүләт башлығы хакимиәтенә яҡын сығанаҡ.
Быйыл Путиндың матбуғат конференцияһы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәгә тиклем уҙыуы ихтимал. Кремлдә Мөрәжәғәтнамәне 2017 йылдың декабренән 2018 йылға күсереү мөмкинлеген тикшерәләр. Ошондай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта мөрәжәғәтнамәнең февралгә ҡалыуы ихтимал.
Владимир Путин 2001 йылдан башлап Рәсәй һәм сит ил журналистары өсөн матбуғат конференциялары уҙғара. Дәүләт башлығының тәүге матбуғат конференцияһы 1 сәғәт 35 минут дауам итһә, 2008 йылда Владимир Путин хөкүмәткә китер алдынан уның иң оҙаҡ матбуғат конференцияһы булды — 4 сәғәт 40 минут. Ул саҡта Президент 80 журналистың һорауына яуап бирҙе.
Матбуғат конференцияларын үткәреү урыны ла үҙгәрҙе: тәүҙә ул Кремлдең 14-се корпусында ойошторолһа, 2012 йылдан саралар Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә уҙғарыла башланы. Владимир Путиндың журналистар менән аралашыуы ғәҙәттәгесә федераль телеканалдарҙың тура эфирында күрһәтелә.