Көҙгө саҡырылыш барышында Башҡортостандан 3537 кеше хәрби хеҙмәткә оҙатылды. Бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәт яңғыраны.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһы Ҡораллы Көстәр сафына алыныусылар һаны буйынса Волга буйы федераль округы ҡалалары араһында лидер. Быйыл көҙ Өфөнән 1111 егетте хәрби хеҙмәткә оҙатыу күҙаллана. Был яҙғы саҡырылыш кампанияһына ҡарағанда 187 кешегә күберәк.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, көҙгө саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә. 5,3 мең һалдатты хәрби хеҙмәткә ебәреү ҡаралған.
Яҙғы саҡырылыш кампанияһында республиканан 5,2 мең самаһы кеше хеҙмәткә алынды. Шуларҙың 4,8 меңгә яҡыны — Ҡораллы Көстәргә, 400-ләбе — Милли гвардия ғәскәрҙәренә.