1 ноябргә торлаҡ өсөн аҡса туплау республика программаһында 380 ҡатнашыусы 35 миллион һумға яҡын тупланған бюджет премияһын файҙаланып үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Шуларҙың 320-һе — Һаҡлыҡ банкы кредиттары менән.
«Бөгөнгә тағы 150-нән ашыу ҡатнашыусыға Һаҡлыҡ банкында льготалы ипотека алыу өсөн кредит ғаризалары хупланған. Әле улар торлаҡ һайлау стадияһында, — тип хәбәр итте Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Елена Вершинина. — Шулай уҡ 500 самаһы ҡатнашыусы әлеге мәлгә программала аҡса туплау ваҡытын бер-өс йылға оҙайтыу хоҡуғы менән файҙаланды. Кемдәрҙең 2017 йылда туплау осоро тамамлана, улар вклад срогы тамамланғас алты ай эсендә льготалы ипотека кредиты алырға йәки программала аҡса йыйыуҙы дауам итергә тейеш».
Уның һүҙҙәренсә, программа үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелгән осраҡта алдағы өс йылда республиканың торлаҡ-төҙөлөш баҙарына 6-6,5 миллиард һум бюджеттан тыш аҡса инеүен күҙалларға мөмкин.
Быйыл ошо программала 1645 ҡатнашыусының аҡса йыйыу ваҡыты тамамлана.
Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостанда йылына 6-7 процент менән ипотека ставкаһын тәьмин итеү механизмы тормошҡа ашырылған да инде.
«Республиканың ошондай тәжрибәһе төбәк-ара һәм федераль кимәлдәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, шуға күрә уның тураһында мәғлүмәт Рәсәй Президенты хакимиәтенә ебәрелгән. Бынан тыш, 2011 йылда уҡ шундай программа эшләй башлаған Краснодар крайы хакимиәте тәжрибә алмашыу йәһәтенән республикабыҙ менән үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу хаҡында үтенес менән мөрәжәғәт итте, сөнки беҙҙең тәжрибә ныҡ алға киткән. Хәҙер Волгоград, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Ҡырым, Татарстан һәм башҡа төбәктәр ҙә Башҡортостан тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһына», — тип өҫтәне Елена Вершинина.