Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Рәсүл Таипов тәғәйенләнде.
Таипов Рәсүл Рафанир улы 1981 йылдың 27 майында Өфөлә тыуған. 2003 йылда «Тарих» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамалаған. Тарих фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Өфөнөң 30-сы мәктәп-интернатында башлай, унда Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булып эшләй.
2004-2015 йылдарҙа – Мәғарифта заманса технологиялар институтында ғилми-методик бүлек инспекторы, менеджер, әйҙәүсе менеджер, аттестация үҙәге директоры, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының уҡыу-методика идаралығы етәксеһе.
2015-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.