Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Ноябрь 2017, 06:16

Оҙаҡламай Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетын ойошторасаҡбыҙ – Рөстәм Хәмитов

Яҡын ваҡытта Башҡортостанда тышҡы иҡтисади бәйләнештәр менән шөғөлләнәсәк яңы структура барлыҡҡа киләсәк. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы ойошторған матбуғат туры сиктәрендә республикаға килгән сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Яҡын ваҡытта Башҡортостанда тышҡы иҡтисади бәйләнештәр менән шөғөлләнәсәк яңы структура барлыҡҡа киләсәк. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы ойошторған матбуғат туры сиктәрендә республикаға килгән сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.
— Мин төрлө илдәрҙең бизнес вәкилдәре менән күп осраштым. Уларҙың эшләргә теләге ҙур. Бизнестың, ябай кешеләрҙең теләге – үҙ-ара килешеп эш итеү. Бер ниндәй ҡаршылыҡтар, аңламау юҡ, беҙ бик яҡшы һөйләшәбеҙ, аралашабыҙ. Илдәребеҙ араһында бәйләнештәрҙе тергеҙергә, ошо өлөштә эшләргә, яңы мөнәсәбәттәр булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Оҙаҡламай Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетын ойошторасаҡбыҙ, сөнки Иҡтисади үҫеш, Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлыҡтарының көсө менән генә халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙең бөтә төрлөлөгөн күҙ алдында тотоп булмай. Шул эште башҡарырбыҙ.
Осрашыуҙа «Медиа Мост Болгария» мәғлүмәт агентлығы, TVR Румыния телеканалы һәм VitoTVO Эквадор телеканалы вәкилдәре ҡатнашты. Өс көн дауамында сит ил журналистары республиканың яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комлекстары предприятиелары, ғилми учреждениелары, Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре менән танышты.
Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, сит ил партнерҙары ҡатнашлығында ҙур-ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, республиканың Европа, Азия һәм Латин Америкаһы илдәре менән хеҙмәттәшлек перспективалары хаҡында һөйләне.
— Бөгөн иҡтисадтың артабанғы үҫеше өҫтөндә эшләйбеҙ. Ярайһы уҡ әүҙем эшләү кәрәклеген аңлайбыҙ. Көнбайыштың илебеҙ менән үҙ-ара эшмәкәрлек мәсьәләләре ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн ысын мәғәнәһендә беҙгә көс һәм ҡеүәт бирә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бөтәһе – Көнсығыш, Көнбайыш, Көньяҡ менән дә эш итәбеҙ. Инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән 2015 йылда Башҡортостанда уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттары ҙур роль уйнаны. Республикабыҙ һәм ҡалабыҙ танылыу алды, бөгөн был ҙур сараның һөҙөмтәләре менән файҙаланабыҙ.
Читайте нас