Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Ноябрь 2017, 09:01

Өфө халҡын төрлө профилле вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

Өфө мәшғүллек хеҙмәте 16 ноябрҙә һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, мәғариф һәм финанс эшмәкәрлек өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһен уҙғара.

Өфө мәшғүллек хеҙмәте 16 ноябрҙә һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, мәғариф һәм финанс эшмәкәрлек өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһен уҙғара.
«Башинформ» агентлығына Өфө мәшғүллек үҙәге хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – төрлө квалификациялы табиптар һәм шәфҡәт туташтары, администратор, страховкалау буйынса агент, менеджер, ашнаҡсы, санитар, бухгалтер, дауалау физкультураһы буйынса инструктор, уҡытыусы, слесарь-сантехник, электромонтер һәм башҡа белгестәр.
Йәрминкәгә килгәндәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Читайте нас