“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” милли мәҙәниәттәр фестивале Бөрө еренең ни тиклем фольклор традицияларға бай икәнлеген күрһәтте. Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә һәм “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына арналды.
Әйтерһең дә, ҡала Мәҙәниәт йорто сағыу милли костюмдарҙан балҡып торҙо. Байрамса биҙәлгән фойенан көн оҙоно моң ағылды. Бөрөнөң оҫта ҡуллы гүзәл заттары үҙҙәренең ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙо. Байрам районыбыҙ территорияһында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Мәҫәлән, фестиваль ҡунаҡтарын мари халҡының бай мәҙәниәте менән “Ола” мари йыры студияһы, Яңы Ҡолсобай ауылының “Сылне вий” фольклор коллективы, Бәләкәй Сухоязҙан “Арама” вокаль-хореографик ансамбле, район Мәҙәниәт йортоноң “Энсай” халыҡ бейеүе ансамбле таныштырҙы.
Һәр коллективтың сығышы үҙенсәлекле булды, дәррәү алҡыштарға күмелде. Улар иң яҡшы халыҡ традицияларын һәм йолаларын популярлаштырыуы, илебеҙҙең ижади мираҫын һаҡлауы, тулыландырыуы менән маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ.
Фестиваль бергәләп дуҫлыҡ йыры башҡарыу менән тамамланды. Ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнде.
Материал “Победа” гәзите сайтынан алынды.