Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Ноябрь 2017, 06:24

Башҡортостанда ирекмәндәр «Артылыш» йәштәр мәғариф форумын уҙғарасаҡ

1-3 декабрҙә Октябрьский ҡалаһында «Артылыш» республика йәштәр мәғариф форумы уҙа. Уға ирекмәндәрҙең алдынғылыҡ сифаттарын үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы белем алыу маҡсаты менән Башҡортостандың ҡала округтарынан һәм муниципаль райондарынан ирекмәндәр ойошмаларының 100-ҙән ашыу вәкиле йыйыла.

Форумда ҡатнашыусылар өсөн лидерлыҡ, һөйләү оҫталығы, шәхси үҫеш темалары буйынса Мәскәү, Ҡазан, Һамар һәм Өфө белгестәре лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. «Артылыш» республика йәштәр мәғариф форумын Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә Октябрьский ҡалаһы Йәштәр һарайы ойоштора.
Ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк.
"Башинформ"дан.
Читайте нас