Бөрөләр бик теләп геральдика буйынса белемдәрен күрһәтте һәм бүләккә өс төҫтәге таҫмалар, ҙур булмаған Рәсәй һәм башҡорт флагтарн алды. Кемдәр һорауҙарға яуап бирергә ауырһынған, уларға студенттар ошо тема буйынса мәғлүмәт бирҙе.
— Флагтар, гербтар, гимндар һәр халыҡты бер бөтөнгә берләштерә, уның тарихын сағылдыра. Һәр рәсәйле илдең, үҙе йәшәгән республиканың, ҡаланың һәм райондың дәүләт символдарын белергә тейеш. Тыуған ил, уның үткәне һәм хәҙергеһе өсөн ғорурлыҡ, киләсәккә ышаныс — бына нимәләр беҙҙе бер бөтөн итә, — тип фекере менән бүлеште акция ойоштороусыларҙың береһе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш гвардия” Бөрө бүлеге етәксеһе Екатерина Кузнецова.