Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
10 Ноябрь 2017, 06:02

Төбәктә йәшәүселәр өсөн 2018 йылға хеҙмәт календары

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2018 йылға хеҙмәт календары баҫтырып сығарҙы.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2018 йылға хеҙмәт календары баҫтырып сығарҙы.
Киләһе йылға Башҡортостанда ял һәм байрам көндәре:
1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулдары;
7 ғинуар – Христос Раштыуаһы;
23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө;
8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө;
1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы;
9 май – Еңеү көнө;
12 июнь – Рәсәй көнө (Өфөнөң тыуған көнө);
15 июнь – Ураҙа байрамы;
21 август – Ҡорбан байрамы;
11 октябрь – Республика көнө;
4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 95-се статьяһына ярашлы байрам алдынан эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
2018 йылда 6 һәм 7 ғинуарҙағы ял көндәре (шәмбе һәм йәкшәмбе) 9 мартҡа һәм 2 майға, шәмбе 28 апрелдәге, 9 июндәге һәм 29 декабрҙәге ял көндәре — дүшәмбе 30 апрелгә, 11 июнгә һәм 31 декабргә күсерелә.
Шулай итеп, республикала йәшәүселәр биш көнлөк эш аҙнаһында 244 көн эшләй, 121 көн ял итә.
Читайте нас