“Ужара” фольклор ансамбле төҙөлөүенә — 14 йыл. 2012 йылда ансамблгә халыҡ исеме бирелә. Бөгөн “Ужара”ла 23 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 16-һы коллективтың нигеҙе. Улар араһында күрше Ташлыйылғанан килеп шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Коллективтың иң йәш вәкиленә — туғыҙ, ә иң олоһона 68 йәш.
Ансамбль етәксеһе Әлфинә Алексеева Мағашлы Алмантай ауылынан. Стәрлетамаҡта Башҡорт мәҙәниәт техникумында белем ала. 2002 йылдан тыуған ауылы клубында эшләй. Йыр-моңға, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ғашиҡ мәҙәниәт хеҙмәткәре 2003 йылда “Ужара” фольклор ансамблен төҙөй. Ижади эшкә ауыл халҡы ла ҙур теләк менән ҡушыла. Бөгөн ансамблдең әҙерлек төркөмө лә бар. Унда мәктәп уҡыусылары шөғөлләнә.
“Ужара”ның репертуары бик бай. Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, театрлаштырылған сығыштар тамашасыларҙың күңелен арбай. Ә шаян таҡмаҡтар һәм уйындар ансамблгә тағы ла үҙенсәлекле милли колорит өҫтәй.
Ансамблдең уңыштары ла һоҡланғыс. Улар районда үткән мәҙәни сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалғаны юҡ. Һәр йыл үткән “Өҙә баҫ” халыҡ һәм эстрада бейеүе, “Тыуған яҡ моңдары” вокалистар район конкурстарында ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. Ансамбль 2011, 2012 һәм 2017 йылдарҙа “Ший кандра” тип аталған көнсығыш мариҙарының төбәк-ара фестивалендә II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. 2011 йылда “Орнамент” республика телевизион тапшырыуында сығыш яһанылар.
2012 йылда “Самоцветы Прикамья” VIII халыҡ-ара фин-уйғыр халҡының сәнғәт һәм мәҙәниәт, шулай уҡ “Мурпеледыш” халыҡ-ара мари мәҙәниәте һәм сәнғәте төбәк фестивалдәренең дипломы менән бүләкләнделәр.
— “Алтын тирмә” тапшырыуына саҡырыу алғас, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Был тормошобоҙҙа иң сағыу хәтирә булып һаҡланыр. Ауырғазы районының фольклор ансамбле, сыуаш халҡының мәҙәниәте менән яҡындан таныштыҡ, яңы дуҫтар таптыҡ. Был осрашыу беҙгә тағы ла дәрт, илһам өҫтәне, — ти “Ужара”лар.
“Ужара”ның тәржемәһе “таң” тигәнде аңлата. Был исемде ауыл халҡы төптән уйлап ҡушҡан. “Кешеләрҙә, бигерәк тә, йәш быуында туған телгә, халҡыбыҙға һәм уның тарихына, йолаларына һөйөү уятырға тырышабыҙ. Тормош юлында юғалып ҡалған әҙәмдәрҙә кешелек сифаттарын уятыу, уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыу — төп маҡсатыбыҙ”, — ти ансамбль етәксеһе.