Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ноябрь 2017, 05:48

Республикала ишле ғаиләләрҙәге балалар Яңы йыл бүләктәре аласаҡ

Башҡортостанда ишле ғаиләләрҙәге балалар Яңы йыл бүләктәре аласаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2018 йылды байрам итеү тураһында» указда шулай тиелә.Документҡа ярашлы, Яңы йыл сараларына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетына профилле министрлыҡ һәм ведомстволар менән берлектә биш һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге балаларға Яңы йыл бүләктәре һатып алырға, шулай уҡ һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.

Башҡортостанда ишле ғаиләләрҙәге балалар Яңы йыл бүләктәре аласаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2018 йылды байрам итеү тураһында» указда шулай тиелә.
Документҡа ярашлы, Яңы йыл сараларына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетына профилле министрлыҡ һәм ведомстволар менән берлектә биш һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге балаларға Яңы йыл бүләктәре һатып алырға, шулай уҡ һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙҙәренең һәм йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, етем, ата-әсә ҡарауынан ҡалған, сабыйҙар, балалар йорттарында, социаль приюттарҙа һәм интернаттарҙа тәрбиәләнгән балаларға Яңы йыл бүләктәрен тапшырырға тәҡдим ителде.
Читайте нас