Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы 2018 йылда Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабын уҙғарыу ваҡытын билдәләне. Ул 11-12 ғинуарҙа француз теленән олимпиада менән асыла. Һуңынан эстафетаны хоҡуҡ буйынса олимпиада (13 ғинуарҙа) ҡабул итә. Интеллектуаль марафон теҙмәһендә өсөнсө булып әҙәбиәт, сәнғәт, физика, рус теле тора (15, 16, 17, 19 ғинуар). Бөтә Рәсәй олимпиадаһы програмаһына йәмғеһе 24 фән ингән. Был теҙмәлә иң һуңғы булып сит телдәр: итальян, испан һәм ҡытай телдәре иҫәпләнә (21-22 февраль).