Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ноябрь 2017, 07:59

Рөстәм Хәмитов XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Силәбелә. Унда ул XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша. Форумдың пленар ултырышын Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев аса.

Быйылғы форумдың темаһы кешелек капиталын үҫтереү була. Ҡатнашыусылар араһында – төп министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, бер төркөм Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм Ҡаҙағстан Республикаһы өлкәләре башлыҡтары, ике илдең ҙур бизнес вәкилдәре.
Форум программаһында «Кешелек капиталын үҫтереү» тигән күргәҙмә, Рәсәй-Ҡаҙағстан Эшлекле советы ултырышы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан юғары уҡыу йорттары ректорҙары форумы, башҡа саралар ҡаралған.
Бер нисә дәүләт-ара, хөкүмәт-ара, төбәк һәм коммерция документтарына ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара форумдар 2003 йылдан алып ике дәүләт төбәктәрендә йыл һайын сиратлап уҙғарыла. Алдағы форум 2016 йылдың октябрендә Астанала үтте.
Читайте нас