Межгорье ҡалаһында үткән «Йәш разведчик» төбәк-ара хәрби-патриотик берләшмәләр слетында Ҡариҙел "Йәш армиясы"лары барыһынан да яҡшы сығыш яһаны.
Слетта белем биреү учреждениелары һәм йәштәр менән эшләүсе ойошмалар ҡарамағындағы хәрби-патриотик, хәрби-спорт клубтары курсанттары, шулай уҡ патриотик йүнәлештәге йәмәғәт берекмәләре командалары ҡатнашты.
Ярыш программаһына строй менән йөрөү, атыу, махсус физик, һауа-десант һәм тау әҙерлеге, химик һаҡланыу индерелде.
— Егеттәр бына тигән физик әҙерлеген генә түгел, ә иң яҡшы әхлаҡи-психологик сифаттарын да күрһәтте, — ти Ришат Йыһанур улы. — Һәр ҡатнашыусы бөтә этапты ла намыҫлы үтеп, дөйөм уңышҡа ҙур өлөш индерҙе.