Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы сараларын тормошҡа ашырыу барышында Асҡын районында «Асҡын» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторолдо. Ул Асҡын районы һәм күрше Пермь крайының Октябрь районы умартасыларын берләштерҙе.
Һауыттарға тултырылған бал етештереүҙе арттырыу өсөн технологик ҡорамал кәрәк, уны көстәрҙе берләштереп һатып алыу еңелерәккә төшә, тип иҫәпләй белгестәр. Шул рәүешле Асҡын районының ҡеүәтен тулыраҡ файҙаланырға мөмкин. Райондың 72 процентын урмандар биләй, күпселеге – йүкә урмандары.