Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Ноябрь 2017, 13:21

Асҡын «Ынйылар»ы халыҡ-ара конкурстан еңеү менән ҡайтты

2-5 ноябрҙә Татарстандың баш ҡалаһында «Ҡазан йәйғоро» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсы үтте.

2-5 ноябрҙә Татарстандың баш ҡалаһында «Ҡазан йәйғоро» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсы үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән әллә күпме бәйгесе хореография, вокал, инструменталь ижад дисциплиналарында көс һынаша. Фестивалдә Асҡын Балалар ижады үҙәгенең Гүзәл Ғәлләметдинова етәкселегендәге «Ынйылар» хореография берекмәһе лә ҡатнашып, I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Бейеүселәрҙе шундай юғары кимәлдәге еңеүҙәре менән ҡотлап, тағы ла уңыштар теләйбеҙ.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас