Яңы уҡыу йылы башланыу менән «Халыҡ-ара башҡорт телен дистанцион уҡытыу системаһы» электрон белем биреү курсы эшләй башланы. Ошо платформаны әҙерләү өҫтөндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары дүрт йыл эшләне. Юғары уҡыу йортоноң башланғысын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм республиканың алдынғы тел белгестәре хупланы.
Ошо ресурс ярҙамында тел әҙерлеге кимәленә, йәшенә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан теләгән һәр кем башҡорт телен өйрәнә ала. Платформаның бурысы – телде өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлы ойоштороу. Ябайлаштырылған теркәлеү тиҙ арала ресурсҡа инеү, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүҙә үҙеңдең алға китешеңде күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Сайтҡа инеүселәр башҡортса-русса һүҙлек менән ҡуллана, республиканың интерактив картаһына үҙенең яратҡан урындарында төшкән фотоларҙы тейәй, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм йолаларын өйрәнеү өсөн интернет-ресурстар медиатекаһына инә, шулай уҡ үҙенең халыҡ көйҙәре, бейеүҙәре, әкиәттәре, йомаҡтары, ғөрөф-ғәҙәттәре, ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән уртаҡалаша ала.
Платформа өс кимәл уҡытыу системаһын күҙ уңында тота, уға база, урта һәм алға киткән курстар инә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышында Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, әлегә ғөмүмән башҡорт телен белмәгәндәр өсөн база курсы эшләй. Ул 20 дәрестән тора, уның һәр ҡайһыһына грамматика белешмәһе, һүҙлек, өйрәнелгән темаға видеохәл һәм тикшереү тестары инә.
Раил Әсәҙуллиндың һүҙҙәренсә, икенсе һәм өсөнсө кимәл программаларын әҙерләү өсөн өҫтәмә саралар талап ителәсәк.
— Ресурстар табырбыҙ. Сөнки был беҙгә, иң мөһиме йәмғиәткә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Төбәк Хөкүмәте хәҙер дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса программа әҙерләй. Унда бөтәһе лә ҡатнаша ала. Унды яҡшы ресурстар күҙаллана. Изге эшкә аҡса йәлләп тормаҫбыҙ. Беҙҙең өсөн башҡорт телен икенсе, мауыҡтырғыс, заманса форматта өйрәнеү темаһын ойоштороу мөһим.