Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Октябрь 2017, 12:56

Рөстәм Хәмитов электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Рөстәм 24 октябрҙә Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡ, ведомство, юғары уҡыу йорттары һәм мәғариф ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Рөстәм 24 октябрҙә Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡ, ведомство, юғары уҡыу йорттары һәм мәғариф ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыш алдынан Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Илгиз Ҡәҙерғолов уҡыу йортонда электрон белем биреүҙе үҫтереү юлдары хаҡында һөйләне.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостанда 5 мең дәүләт һәм 8 мең муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Барлығы – 13 мең кеше. Уларҙың профессиональ белеменә һәм оҫталығына талаптар йылдан-йыл ҡәтғиләшә.

– Прокуратура, башҡа контроль-күҙәтеү органдарының бойороҡтары, суд дәғүәләре йыш ҡына башҡарыусыларҙың хаталары арҡаһында килеп тыуа, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, бындай хаталар булырға тейеш түгел. Шуларҙың киң таралғандарын анализларға, белем биреүҙең ҡайһы өлкәләрендә етешһеҙлектәр барлығын асыҡларға, быны уҡытыу процесында иҫәпкә алырға, дөрөҫ булмаған ҡарарҙарҙы иҫкәртеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк. Идара итеү ҡарарҙарының, тимәк, халыҡтың йәшәү сифаты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығына бәйле.

Рөстәм Хәмитов йыл башынан республика Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре идаралығы дәүләт хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу менән ныҡлап шөғөлләнеүен хәбәр итте. Тәҡдим ителгән 22 электрон курс буйынса 38 дәүләт власы органынан 4,5 мең ғариза килгән. Әлеге ваҡытҡа 3 700 электрон курс уңышлы тамамланған һәм 2 144 курс буйынса тест тапшырылған.

– Электрон белем биреү уҡытыуҙы дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эшләгән һәм йәшәгән урынына яҡынайта. Улар өс йылға бер тапҡыр түгел, ә йыл һайын, хатта ярты йыл һайын йәки һәр квартал тәжрибә туплау маҡсатында уҡыуҙар үтергә тейеш тип иҫәпләйем. Мәғлүмәт ағымы бик ҙур, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең бурыс – дәүләт хеҙмәткәрен компьютер алдында бушҡа ваҡыт уҙғармаҫҡа өйрәтеү һәм эшләргә мәжбүр итеү. Эш бар – беҙ халыҡ яҡшыраҡ йәшәһен өсөн яуап бирәбеҙ. Эшмәкәрлегебеҙҙең һәр минуты шуға бағышланған булырға тейеш.
Читайте нас