Асҡын районы Урмияҙ ауыл хакимиәтендә «Йәнтөйәк» төбәк гәзитен һәр саҡ алдырып, туплап баралар. «Бик үҙенсәлекле баҫма. Һигеҙ генә бит эсендә алты райондың яңылыҡтары тупланған. Уңған, һоҡланырлыҡ кешеләр, гәзит таралған райондарҙа тыуып үҫеп, билдәлелек яулаған шәхестәр тураһында мәҡәләләр баҫыла», — тиҙәр. Ә ошо көндәрҙә хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе баҫмаға яҙылды. Улар — биләмә башлығы Илшат Ирғәлин, эштәр менән идара итеүсе Фәриҙә Әсәҙуллина, белгес Мәсниә Ғәйнуллина, йыйыштырыусы Зилә Әсәҙуллина һәм водитель Руслан Шәрипов. Алдырығыҙ, уҡығыҙ. Һәр ваҡыт беҙҙең менән булығыҙ.