Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 23 октябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар, республиканың көньяғы буйынса епшек ҡар яуасаҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы күҙәтеләсәк. Һауа температураһы көндөҙ -2,+3 градус.
24 һәм 25 октябрҙә ҡар яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртәнсәк ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Төндә -4,-9, аяҙытҡанда -13, көндөҙ +1,-4 градус буласаҡ.
Автомобиль хужаларына инде ҡәтғи рәүештә йәйге резинаны ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш итәләр.