Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Октябрь 2017, 07:47

Йәшлек көсөнә кәртәләр юҡ

Рәсәйҙең төп сәйәси, ижтимағи, мәҙәни үҙәктәренең береһенә әүерелгән Сочи әлеге көндә тағы гөрләй – унда Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале бара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара көткәндән дә киңерәк һәм әһәмиәтлерәк буласаҡ, сөнки быға тиклем унда 20 мең ҡатнашыусының килеүен көтһәләр, ысынбарлыҡта был һан 25 меңгә еткән.

Рәсәйҙең төп сәйәси, ижтимағи, мәҙәни үҙәктәренең береһенә әүерелгән Сочи әлеге көндә тағы гөрләй – унда Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале бара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара көткәндән дә киңерәк һәм әһәмиәтлерәк буласаҡ, сөнки быға тиклем унда 20 мең ҡатнашыусының килеүен көтһәләр, ысынбарлыҡта был һан 25 меңгә еткән.



Рәсәй өсөн бындай фестиваль яңылыҡ түгел: быға тиклем бөтә донъя йәштәрен 1957 һәм 1985 йылдарҙа йыйғандар. Әммә, уларҙан айырмалы рәүештә, быйыл ҡунаҡ­тарҙы Мәскәү түгел, ә Ҡара диңгеҙ буйындағы данлыҡлы ҡала ҡабул итә. Шулай уҡ фестивалдә ҡатна­шыусы илдәрҙең һаны ла рекордҡа торошло – 180-дән ашыу.

Ойоштороусылар Демократик йәштәр федерацияһы менән бер­лектә исемлектәрҙән төшөп ҡалған, әммә барыбер сарала ҡатнашырға ниәтләгән йәштәргә лә мөмкинлек биргән: улар өсөн дә ҡунаҡхана, туҡланыу мәсьәләләре хәл ителгән.

Фестиваль 14 октябрҙә башланды. Сараны асыу тантанаһында Рә­сәй Президенты Владимир Путин ҡат­нашҡан. Ул шулай уҡ йәштәр менән эшлекле осрашыуҙа булып, аралашыуҙың һөҙөмтәләре буйынса тәүге эштәрҙе лә билдәләгән. Атап әйткәндә, яңылыҡтар йәштәрҙең фәнни башланғыстарын үҫтереү һәм киңәйтеү өсөн норматив нигеҙ булдырыуға, был йәһәттән ҡану­ниәтте камиллаштырыуға ҡағыла.

Тантананы асҡан саҡта Президент: “Бынан алты тиҫтә йыл элек илебеҙҙә тәүге фестиваль ойошто­ролған. Унда ла һеҙҙең кеүектәрҙе йәшлектең ихласлығы, дәрт-дарманы донъяны ғәҙелһеҙлектән, һуғыш һәм низағтарҙан ҡотҡарыр тигән изге инаныу, ныҡлы ышаныс бер­ләштергән. Ул саҡта йәштәр ысын дуҫлыҡҡа бер ниндәй ҡаршы­лыҡтар ҙа кәртә булып тора алмағанын, ә кешеләргә күңел йылыһы менән бү­лешергә бер ниндәй ҙә милли, дини, мәҙәни һәм башҡа айырмалыҡтар тотҡарлыҡ тыуҙырмағанын иҫбат­ланы”, – тине һәм йәштәрҙе берҙәм булырға, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылырға саҡырҙы.

Фестиваль, төрлө илдәрҙән килгән йәштәрҙең танышыу-аралашыу урыны булыу менән бер рәттән, глобаль проблемаларҙан башлап, йәмәғәтсе­лекте борсоған көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү, башланғыстарға этәргес биреү, төрлө йүнәлештә фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла буласаҡ. Һәр йәһәттән тиңе булмаған йәштәр форумы 22 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас