Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Октябрь 2017, 08:53

Ҡашҡа мәктәбендә «Уңыш байрамы» гөрләп үтте

Асҡын районы Ҡашҡа урта мәктәбендә йыл да «Уңыш байрамы» үткәрәбеҙ. Быйыл был сараны өлкән класс уҡыусылары советы ойошторҙо, һәм ул Экология йылына арналды.

Асҡын районы Ҡашҡа урта мәктәбендә йыл да «Уңыш байрамы» үткәрәбеҙ. Быйыл был сараны өлкән класс уҡыусылары советы ойошторҙо, һәм ул Экология йылына арналды.

I-IV кластар йәшелсәләрҙән композиция эшләү оҫталығында ярышты. «Тәмле» бәйгеһендә көҙгө уңыштан әҙерләнгән ризыҡтарҙы баһаланылар. Бында X кластарға етеүселәр булманы.

«Көҙгө бал» программаһы менән V-XI кластар сығыш яһаны. Йыр-бейеүҙәр башҡарылған, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолған бәйгелә етенселәргә тиңдәр табылманы.

Кисәлә бигерәк тә V кластар һәм уларҙың ата-әсәләре әүҙемлек күрһәтте. Дөйөм һөҙөмтә буйынса ла биштәр I урынға сыҡты. Байрам флэшмоб менән тамамланды.

Люзиә Ғәлиәкбәрова, Ҡашҡа мәктәбе уҡытыусыһы.

Читайте нас