Асҡын районының Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин был юлы ла “Йәнтөйәк”кә яҙылып, һәләтле балаларға бүләк итте. Үткәнендә Альфред Зәүҡәт улы “Йәнтөйәк”те Солтанбәк мәктәбе уҡыусыһына бүләк итһә, был юлы Ҡашҡа мәктәбе уҡыусыһы Дилә Хәжиәкбәроваға бүләк итте.
Йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ Ҡашҡа мәктәбенең VII класында яҡшы билдәләргә генә уҡый. Дилә белем усағында ғына түгел, районда үткән сараларҙа һәм бәйгеләрҙә ҡатнашып, гел призлы урындар яулауы менән дә һоҡландыра. Күптән түгел район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда үткән мәктәп йәрминкәһендә лә ул бик матур итеп йыр башҡара. Һәләтле ҡыҙға артабан да уңыштар теләп, Альфред Зәүҡәт улы уға баҫмабыҙҙы бүләк итте!
Хәйриә акцияларында даими ҡатнашып тороусы Альфред Хәжимуллиндан ҡалған етәкселәр ҙә өлгө алып, кемгәлер ( һәләтле уҡыусымы ул, йә булмаһа мохтаж ғаиләме ) бер гәзит бүләк итһә, был үҙенә күрә сауаплы ғәмәл, ә бала өсөн ҙур дәртләндереү сараһы булыр ине!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Йәнтөйәк” бүләк итәм!” акцияһы декабрь аҙағына тиклем дауам итә! Ә 25 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа — 358 һум 62 тингә (ярты йылға) яҙылырға мөмкин!