Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Октябрь 2017, 07:54

Һүҙҙәре аҡыллы, йөрәктәре ялҡынлы, эштәре матур

Урмияҙ ауылы ағинәйҙәре был юлы ла беҙҙең менәнУрмияҙ ауылында шиғри күңелле Зөһрә Ғәйнуллина етәкләгән «Ағинәйҙәр» ойошмаһы районыбыҙҙа иң әүҙем эшләгәндәрҙең береһе. Китапханасынан, уҡытыусыларҙан, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренән, өлгөр хужабикәләрҙән торған был ойошма ауылдың тормошон йәнле һәм йәмле итә.

Урмияҙ ауылы ағинәйҙәре был юлы ла беҙҙең менән
Урмияҙ ауылында шиғри күңелле Зөһрә Ғәйнуллина етәкләгән «Ағинәйҙәр» ойошмаһы районыбыҙҙа иң әүҙем эшләгәндәрҙең береһе. Китапханасынан, уҡытыусыларҙан, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренән, өлгөр хужабикәләрҙән торған был ойошма ауылдың тормошон йәнле һәм йәмле итә.
«Ағинәйҙәр» көсө менән әленән-әле иҫ киткес матур һәм йөкмәткеле саралар үтеп тора. Ауыл, нәҫелдәр тарихына арналғандары, механизатор һәм икмәк бешереүсе кеүек эшсе һөнәрҙәргә дан йырлағандары ла байтаҡ. Ҡыҙыҡлы сценарий төҙөп ойошторған йәрминкәләрҙән дә халыҡ бик ҡәнәғәт ҡала. Ойошма ағзалары балалар менән дә тығыҙ эшләп, уларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләй. Әйткәндәй, Иҫке Күскилденең өлгөр ҡатын-ҡыҙҙары уларҙың илһамланып алға барыуын күреп, эштәрен матур ғына түгел, халыҡ өсөн үтә лә файҙалы һәм кәрәк, тип баһалап, үҙҙәре лә «Ағинәйҙәр» ойошмаһына берләшергә ҡарар иткән.
Ошо көндәрҙә Урмияҙ ағинәйҙәренең сираттағы ултырышы үтте. Беренсе һорау көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла булған башҡорт теленең яҙмышына ҡағылды. Күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Сәлимә апай Әбүбәкерова мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартылыуы, ошоға бәйле халыҡтың ҡарашы тураһында һөйләп, бер нимәгә ҡарамай милли тәрбиә ҡоралы, аҡыл һәм белем сығанағы, мәҙәниәтебеҙ һаҡсыһы булған әсә телен киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалырға кәрәк, тине. Сәлимә Әнүәр ҡыҙы шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш райондары башҡорттарының тарихына ла туҡталып: «Оҙаҡ йылдар татар теле уҡытылыу үҙенсәлекле диалект барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған. Телебеҙ әҙәби башҡорт теленән айырылһа ла, беҙ ҡаныбыҙ, рухыбыҙ менән башҡорт. Бына ошо хисте һаҡларға, үҫтерергә кәрәк беҙгә. Балаларыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләйек, сараларҙа башҡорт телендә йырҙар, шиғырҙар мөмкин тиклем күберәк яңғыраһын, йолалар күрһәтелһен», — тине.
Ойошманың башҡа ағзалары ла уның һүҙҙәрен хупланы, үҙ ҡарашын әйтте. Был йүнәлештә тағы ла әүҙемерәк эшләү тураһында әңгәмәләшкәндән һуң, мәктәп уҡыусылары менән йырлы-бейеүле осрашыуҙар үткәрергә, ә ата-әсәләр араһында әсә теленең мөһимлеге, әһәмиәте тураһында ныҡлы аңлатыу эштәре алып барырға, тигән ҡарар ҡабул ителде. Иң мөһиме, был эш даими һәм эҙмә-эҙлекле барғанда ғына яҡшы һөҙөмтә бирәсәге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Артабан ауыл мәҙәниәт йортонда Республика көнө айҡанлы үткән сараға анализ яһалды. Мәҙәниәт йорто методистарының мәктәп уҡыусылары һәм ағинәйҙәр менән берлектә үткәргән байрамы бик матур уҙған. Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлиндың ҡотлау һүҙенән һуң, Сәлимә Әнүәр ҡыҙы республикабыҙ суверенитеты тарихы менән таныштыра, ә балалар дәүләт символикалары тураһында һөйләй. Байрамда башҡарылған патриотик йырҙарҙы, сағыу бейеүҙәрҙе тамашасы алҡыштарға күмгән. Денис Шәмсүновтың, оҙаҡ йылдар бөтә сараларҙы үҙенең үҙенсәлекле тауышы, гармун моңдары менән биҙәгән Рәзиф ағай Сафиуллиндың сығышы халыҡты битараф ҡалдырмаған.
Ултырыштың һуңғы һорауы Әсәләр көнөн уҙғарыуға ҡағылды. Ағинәйҙәр бер һүҙҙән уны нисек тә матурыраҡ, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрәйек, тине. Өс быуын — өләсәй, әсәй һәм ейәнсәрҙән торған командалар араһында бәйге ойоштороу вариантына туҡталып, кандидатуралар тәҡдим иттеләр.
«Ағинәйҙәр»гә был юлы ла «Йәнтөйәк»кә яҙылырға тәҡдим иткәс, баш тартманылар. Улар республикабыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар, һис шикһеҙ, булырға тейеш, тине. Башҡорт телендәге гәзит-журналдарҙың милләтебеҙҙең, республикабыҙҙың барлығын, үҫешен, көсөн күрһәтеп тороуын билдәләне.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас