Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Октябрь 2017, 11:16

“Йәнтөйәк”те таратырға ярҙам итеүсе рухлы ағинәй

Сания Сәлихова был юлы ла ситтә ҡалманы “Йәнтөйәк” бүләк итәм!” хәйриә акцияһына Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәре был юлы ла әүҙем ҡушылды. Беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы дәррәү күтәреп алып, уны тормошҡа ашырыуҙа һәр саҡ ярҙам итеүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы — Ҡашҡа ағинәйҙәрен етәкләүсе Сания Сәлихова был изге эштән дә ситтә ҡалманы.

Сания Сәлихова был юлы ла ситтә ҡалманы

“Йәнтөйәк” бүләк итәм!” хәйриә акцияһына Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәре был юлы ла әүҙем ҡушылды. Беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы дәррәү күтәреп алып, уны тормошҡа ашырыуҙа һәр саҡ ярҙам итеүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы — Ҡашҡа ағинәйҙәрен етәкләүсе Сания Сәлихова был изге эштән дә ситтә ҡалманы. Аралашыусан, һүҙе үтемле, ойоштороу һәләтенә эйә булған Сания Зәйнулла ҡыҙы ағинәйҙәрҙең күбеһенең өйөнә барып, хәлдәрен белешеп, акция тураһында һөйләп, “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙҙырып, уларҙы яҡындарына бүләк итеү эшен ойошторорға ярҙам итте.

— Гәзиттең тәүге һанынан уҡ яҙылып, уҡып барам. “Йәнтөйәк” күрше-тирә райондарҙың яңылыҡтары, татыу ғаиләләре, һәләтле йәштәре, ҡул эше оҫталары менән танышып барыу мөмкинлеге бирә, — тип баҫмабыҙҙың тик ыңғай яҡтарын барланы Сания Зәйнулла ҡыҙы. — Ун көнлөк башланыу менән беренсе булып барып 2018 йылға яҙылып ҡуйҙым. Хәленән килгән һәр кем шулай төбәк гәзитенә яҙылып, милли матбуғат яҙмышына ыңғай тәьҫир итә ала. Ярты йылға “Йәнтөйәк”кә 25 октябргә тиклем ташламалы яҙылыу хаҡы ни бары 358 һум 62 тин. Гәзиткә яҙылып, үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы һәм берҙәмлегебеҙҙе күрһәтәйек!
Читайте нас