Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Октябрь 2017, 08:47

Сочиҙа Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡунаҡтарҙы башҡорт балы менән һыйлайҙар

Сочиҙа XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале уҙа. Сарала донъяның 180 иленән 18-35 йәштәге 20 меңдән ашыу йәш кеше, улар иҫәбендә Башҡортостандан 200 кеше ҡатнаша.

Сочиҙа XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале уҙа. Сарала донъяның 180 иленән 18-35 йәштәге 20 меңдән ашыу йәш кеше, улар иҫәбендә Башҡортостандан 200 кеше ҡатнаша.

«Ҙур» спорт һарайында фестивалде асыу тантанаһы үтте. «Башҡортостандың стенды башҡа төбәктәрҙең экспозиция майҙансыҡтары араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Бында бөтә ҡунаҡтарҙы ла бал менән һыйлайҙар», — тип һөйләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Морат Зарипов.

XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале 14-22 октябрҙә уҙа. Уның маҡсаты – донъяның йәштәр берләшмәһен бергә туплап нығытыу, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, милләт-ара һәм мәҙәниәт-ара эшмәкәрлекте үҫтереү. Ҡатнашыусылар араһында — коммерцияға ҡарамаған йәштәр ойошмалары лидерҙары, йәш журналистар, ғалимдар һәм уҡытыусылар, сәйәси партияларҙың йәштәр ойошмалары лидерҙары, студенттар үҙидаралығы, спорт клубтары, ижади йәштәр.

Беҙҙең илдә Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале 1957 йылда Мәскәүҙә үтте, фестиваль хәрәкәтенең бөтә тарихында иң күмәге булды – унда 34 мең кеше ҡатнашты. Улар донъяның 131 иленән йыйылды, ул ваҡытта иң ҙуры ине. Унан һуңғы фестивалдәрҙә ҡатнашыусылар һаны аҙыраҡ булды, әммә илдәрҙең иҫәбе буйынса рекорд ҡуйылды. Бынан тыш, Мәскәү Фестивалде уҙғарыу тарихында уның төньяҡ нөктәһенә әйләнде.

“Башинформдан.
Читайте нас