Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Октября 2017, 08:34

Шишмә яңы төҫ алды

Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан районыбыҙҙа береһенән-береһе әһәмиәтлерәк изге эштәр башҡарыла. Ҡашҡалар ҙа әһәмиәтле сараларҙан ситтә ҡалмай. Урында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сания Сәлихова етәкселегендә бер төркөм әүҙем кешеләр үҙенең тәмле, саф һыуын күп йылдар барыһына ла мул өләшкән шишмә эргәһен төҙөкләнде­рә. Үткән шәмбелә эштәрҙең тамамланыуы айҡанлы яңыртылған шишмәне асып, уға исем ҡушыу тантанаһы булды.

Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан районыбыҙҙа береһенән-береһе әһәмиәтлерәк изге эштәр башҡарыла. Ҡашҡалар ҙа әһәмиәтле сараларҙан ситтә ҡалмай. Урында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сания Сәлихова етәкселегендә бер төркөм әүҙем кешеләр үҙенең тәмле, саф һыуын күп йылдар барыһына ла мул өләшкән шишмә эргәһен төҙөкләнде­рә. Үткән шәмбелә эштәрҙең тамамланыуы айҡанлы яңыртылған шишмәне асып, уға исем ҡушыу тантанаһы булды.
Шишмәне төҙөкләндереү идеяһын Сания Сәлихова 13 сентябрҙә ауыл Советы хакимиәтендә үткән ултырышта әйтә. Ауыл биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Шакируллин да, ветерандар советы рәйесе Инзирә Нурмиева ла, ауыл Советы депутаты Айҙар Әхмәҙишин да был идеяны хуплап, күтәреп алалар. Төҙөкләндереү эшенә оло йәштәгеләр ҙә ҡушыла. Тәүге өмәлә 22 кеше ҡатнашһа, ҡалған дүртеһендә иң әүҙемдәре генә тороп ҡала.
— Төҙөкләндереү эштәрендә баштан аҙағына тиклем Флүрә һәм Нәжип Мөҡсиновтар улдары Динар менән, Мансур ағай Шәңгәрәев ҡыҙы Ләйсән һәм кейәүе Таһир менән, Рәшиҙә һәм Айҙар Әхмәҙишиндар, ағалы-ҡустылы Илнур һәм Илгиз Минһажевтар, Инзирә Нурмиева ҡатнашты. Зөфәр Нурмиев һуңғы көндө техникаһы менән килеп, ташты тигеҙләште. Эш өсөн кәрәкле таҡта материалдарын Айҙар Әхмәҙишин алып килде. Үҙе үк иретеп-йәбештереү эштәрен башҡарҙы. Нәжип Мөҡсинов үҙ техникаһы менән материалдарҙы, эш ҡоралдарын ташышырға булышты. Зәғафуран Ғилфанов ваҡ ташты алып килеп бушатты. Матди яҡтан ярҙам итеүсе бағыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Бына улар: район Советы рәйесе Хәмит Талипов, район Советы депутаты Рөстәм Усманов, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова, ауыл биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Шакируллин, Сөйөштә урынлашҡан тәбиғи ташты ваҡлау заводы идарасыһы Илүс Хәлитов, бөгөн Өфөлә йәшәүсе Ҡашҡа ҡыҙы Илзидә Рафиҡова (Ғайфуллина), Марсель Камалов. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексә етәксеһе Айгөл Сөләймәнова иң әүҙемдәргә бүләктәр әҙерләне, — тип өмәләрҙә ҡатнашыусылар тураһында һөйләне Сания Сәлихова.
Шулай берҙәм көс менән шишмә яңы төҫ ала: ул таҡта менән көпләнеп, лакланған, ә ҡыйығы ҡалай менән ябылған. Һыу алыу урынына тотоноп төшөр өсөн баҫҡыс яһалған, таҡтанан иҙән дә теҙелгән. Шишмә эргәһендәге майҙанға ваҡ таш килтереп, тигеҙләп йәйелгән, сүп һалыу өсөн махсус йәшниктәр ҙә, ял итеп алыр өсөн эскәмйә лә эшләп ҡуйылған.
Шишмәне асыу һәм уға исем ҡушыу тантанаһы ла бик матур үтә. Төрлө быуын вәкил­дәре, шул иҫәптән Ҡашҡа урта мәктәбенең IV һәм V класс уҡыусылары ла ҡатнашҡан сараны Сания Зәйнулла ҡыҙы йәнле итеп алып бара. Рухлы ағинәйҙең йәшәү сығанағы булған һыу, тәбиғәтте һаҡлау, үҙеңдән һуң сауаплы һәм изге эштәр ҡалдырыу, балаларҙа илһөйәрлек һәм ерһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләү тураһында тотҡан телмәрен байрамда ҡатнашыусылар ихлас тыңлап, алҡыштарға күмә.
Раушания Шакирова үҙенең IV класс уҡыусылары менән әҙерләгән “Шишмә — йәшәү сығанағы” тигән әҙәби-музыкаль композиция ысын мәғәнәһендә байрамға йән өрә һәм йәм өҫтәй. Ап-аҡ алъяпҡыстар бәйләгән ҡыҙҙар менән матур костюмдар кейгән малайҙар береһен-береһе уҙҙырып, шишмә тураһында шиғырҙар һөйләй, матур йырҙар йырлай, парлашып бейеп тә күрһәтә. Тәбиғәтте һаҡлау — изге бурыс, һәм һәр кем тыуған ерен, ауылын, шишмә-йылғаларын таҙартыуға, уны артабан ҡәҙерләп һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейешлеген аңлап ҡайтып китә сараға килеүсе уҡыусылар.
Сөйөш ауылының имам-хатибы Ғарифулла хәҙрәт хәйер-фатихаһын биреп, доға ҡылғас, шишмә асылып, уға “Мансур” тигән исем ҡушыла. Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы ауыл биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Шакируллинға, ауыл Советы депутаты Айҙар Әхмәҙишинға, ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы Хәүзетдин Нуриевҡа, шишмәне төҙөкләндереү эштәрен намыҫлы башҡарған Мансур Шәңгәрәевҡа һәм Нәжип Мөҡсиновҡа бирелә.
Ҡәнәфи Ибатулла улы ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ауылдаштарын ҡотлап, шишмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә. Ваҡытында хужаларса ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, бөгөн дә төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашыусы Мансур Шәңгәрәевҡа ауыл Советы хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшыра.
Шишмәгә “Мансур” исеме юҡтан ғына бирелмәй. Ер ҡуйынынан бәреп сыҡҡан шишмә, юлды арҡырыға бүлеп ағыу сәбәпле, ауыл халҡына техника менән йөрөү өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырған була. 2000 йылда Хәүзетдин ағай һыу ағыр өсөн арҡырыға торба һалып ҡалдырып, юлды төҙөкләндерергә тәҡдим итә. Мансур Сәхип улы Хәүзетдин ағайҙың фекере менән килешеп, уны тормошҡа ашырыу өсөн торбалар хәстәрләй. Хәүзетдин ағай был торбаларҙы 16 метр оҙонлоғонда иретеп йәбештереп, баш-баштарына сүп-сар тығылмаһын өсөн тимер селтәр беркетә. Совхозда экскаваторсы булып эшләүсе Йәғәфәр Фәрәхетдинов оҙон торбаны һалыу өсөн канау ярырға ярҙам итә. Шулай ошо ир-уҙамандарҙың ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, еренә еткереп эшләүе юлды ла, шишмәне лә һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Өмә ойоштороу тәҡдиме индерелгәс тә, Мансур ағай беренселәрҙән булып эшкә тотона.
— Мине ҙурлап, был шишмәгә исемемде ҡушҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Был минең өсөн, ысынлап та, бик тулҡынландырғыс ваҡиға. Артабан да шишмәне бергәләп төҙөкләндерербеҙ, кәртәләп алып, гөл-сәскәләр ултыртып та ҡуярбыҙ, — тигән тәҡдимдәрен дә белдерә Мансур ағай.
Мансур Сәхип улының апаһы Фәрзәнә Ильясова ла шишмәне төҙөкләндереүселәргә ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерә.
— Бергәләп тотонғас, эш ырамлы барҙы. Изге ғәмәлде тормошҡа ашырырға бағыусылар ҙа табылды. Барығыҙға ла рәхмәт. Артабан да берҙәм булып, тыуған еребеҙҙе төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашайыҡ,— тип тәбрикләү һүҙҙәренә Айҙар Әхмәҙишин да ҡушыла.
— Таҙалыҡ-сәләмәтлек сығанағы булған тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәтенә иғтибарҙы көсәйтеп, Экология йылында әүҙем ҡатнашып, сәләмәт тормош алып барырға ынтылайыҡ. Экология йылын хуплайыҡ һәм уның файҙалы булыуын тәьмин итеү өсөн берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ күрһәтәйек, — тип сараны йомғаҡлай Сания Зәйнулла ҡыҙы.
Байрамға килеүселәр Мансур Сәхип улы ғаиләһе һәм уңған хужабикәләр әҙерләгән табын артында сәй эсеп, сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, шишмәнең оҙаҡ йылдар сылтырап ағыуын теләп таралыша.
Наилә Имаева.
Рәшиҙә Әхмәҙишина фотоһы.
Читайте нас