Беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы дәррәү күтәреп алып, уны тормошҡа ашырыуҙа һәр саҡ ярҙам итеүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы — Ҡашҡа ағинәйҙәрен етәкләүсе Сания Сәлихова был изге эштән дә ситтә ҡалманы. Аралашыусан, һүҙе үтемле, ойоштороу һәләтенә эйә булған Сания Зәйнулла ҡыҙы ағинәйҙәрҙең күбеһенең өйөнә барып, хәлдәрен белеп, акция тураһында һөйләп, “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙҙырып, уларҙы башҡаларға бүләк итеү эшен ойошторорға ярҙам итте.