Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
16 Октябрь 2017, 13:27

Рөстәм Хәмитов тамашасыларҙың яратҡан артисы Фидан Ғафаровты юбилейы менән ҡотланы

12 октябрҙә үҙенең ижадын башҡорт милли театрын үҫтереүгә арнаған күренекле актер Фидан Ғафаров 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов юбилярға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе: «Сағыу артислыҡ һәләте, ҡабатланмаҫ башҡарыу оҫталығы Һеҙгә республиканан ситтә киң танылыу һәм абруй килтерҙе. Һеҙҙең сәхнәләге ролдәрегеҙгә ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ, психологик тәрәнлек хас. Бөгөн дә һеҙ күп һанлы тамашасыларығыҙҙы яңы ижади уңыштар менән ҡыуандыраһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм изгелектәр теләйем», — тиелә төбәк башлығының ҡотлауында.

12 октябрҙә үҙенең ижадын башҡорт милли театрын үҫтереүгә арнаған күренекле актер Фидан Ғафаров 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов юбилярға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе:

«Сағыу артислыҡ һәләте, ҡабатланмаҫ башҡарыу оҫталығы Һеҙгә республиканан ситтә киң танылыу һәм абруй килтерҙе. Һеҙҙең сәхнәләге ролдәрегеҙгә ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ, психологик тәрәнлек хас. Бөгөн дә һеҙ күп һанлы тамашасыларығыҙҙы яңы ижади уңыштар менән ҡыуандыраһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм изгелектәр теләйем», — тиелә төбәк башлығының ҡотлауында.

Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. 1966 йылда Илшат Йомағолов класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағандан һуң, Фидан М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында актер булып китә. Тәүге тапҡыр ошо ҙур сәхнәлә Әнғәм Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам роле менән сығыш яһай.

Фидан Ғафаровтың ижады мөхәббәт темаһына арналған. Уның ҙур һәм билдәле ролдәре – шуға дәлил. Миҫал өсөн, Хәлил – («Ғәлиәбаныу», Мирхәйҙәр Фәйзи), Зөлҡәрнәй («Тиле йәшлек», Ибраһим Абдуллин), Лиола («Лиола», Луиджи Пиранделло), Булат («Зәңгәр шәл», Кәрим Тинчурин), Заһир («Ғәлиә», Таһир Таһиров һәм Рифҡәт Исрафилов), Фәйзи («Рәйсә +Фәйзи», Нәжиб Асанбаев).

Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» музыкаль комедияһында (Ғәлимйән), Надежда Птушкинаның «Алдан түләйем!» пьсаһында (Альберт Маратович) Фидан Ғафаров сағыу үҙенсәлеклек менән уйнай. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса «Айгөл иле», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!», «Ҡыҙ урлау», «Донъяның ярҙары икәү» спектаклдәрендә төрлө пландағы ролдәре уңышлы була. Актер бөтәһе йөҙҙән ашыу иҫтә ҡалырлыҡ образ тыуҙыра.

Милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Фидан Ғафаров РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ның һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Ул Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 2007 йылда «Башҡорт эстрадаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» номинацияһында «Гәлсәр һандуғас» фестивале лауреаты исемен ала.

Башҡорт драма театры Фидан Ғафаровтың юбилейын ҙур театр-концерт менән билдәләй.
Читайте нас