Уңғанлығы, ихласлығы, ҡул эштәренә оҫта булыуы, бөгөн дә гәзиттәрҙе күҙлекһеҙ уҡыуы менән барыһын да һоҡландырған 90-ды ваҡлаусы Орҡоя апай Кәлимуллина был юлы гәзитте үҙенә атап яҙылды.
— Мин гәзит-журналдар уҡырға яратам. Почтальон килеүен көтөп алам. “Йәнтөйәк” бик ҡыҙыҡ, уҡымлыға оҡшаған. Күрше-тирә райондарҙың да яңылыҡтарын уҡырмын, — тип баҫмабыҙға ихлас яҙылды.