Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәк иҡтисадының төрлө өлкәләрендә эшләгән 47 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән баһаланды. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ генераль директоры Шамил Шәрипов та бар.
– Беренсенән, һеҙҙе дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр алыуығыҙ менән ҡотлағым килә. Икенсенән, етеп килгән байрам – Республика көнө менән тәбрикләйем. Һаулыҡ, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙ байрамды ҡыҙыу эш менән ҡаршылай. Беҙҙә финанс, етештереү күрһәткестәре һәйбәт. Беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса ышаныслы алға барабыҙ. Һөҙөмтәләребеҙ яҡшы ғына. Артабан да һеҙҙең менән бергә республикала хеҙмәт уңыштарын билдәләрбеҙ һәм алға барырбыҙ, тип ышанам.