Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Октябрь 2017, 06:16

Ҡурҡыныс янғында иҫән ҡалғандар яңы йортҡа күсенде

Башҡортостандың Бөрө районында ҡурҡыныс янғында иҫән ҡалғандар яңы йортҡа күсенде.

Башҡортостандың Бөрө районында ҡурҡыныс янғында иҫән ҡалғандар яңы йортҡа күсенде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 7 авгусҡа ҡарата төндә Үгеҙ ауылында булды, мансардалы ағас йорт тулыһынса янып бөттө. Янғында туғыҙ кеше һәләк булды, уларҙың бишәүһе балалар. Иң бәләкәйенә ни бары бер йәш булған. Фажиғәнән өс кеше генә иҫән ҡалды – янғында тормош иптәшен һәм өс балаһын юғалтҡан йорт хужабикәһе, уның ҡәйнәһе һәм өлкән туғаны.

Улар өсөн бер ай эсендә бағыусыларҙың һәм республиканың бюджтеттан тыш сығанаҡтары иҫәбенә йорт һалынды. Уны элеккеһе урынында күтәргәндәр. Өйҙә йорт йыһаздары һәм техника бар, һәр бүлмә янғынға ҡаршы датчик менән тәьмин ителгән. Унан бигерәк, бындай хәбәр ебәреүсе ҡорамалдар ауылда һәм балалар йәшәгән һәр йортта ҡуйылған.

Өй туйлаусылар өсөн ваҡиға шатлыҡлыларҙан түгел – бөтә ғаиләңде юғалтыуҙы кисереү ныҡ ауыр.

Шул арала янғын һәм кешеләрҙең үлем осрағы буйынса тикшереү эше әле лә дауам итә.
Читайте нас