Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Октябрь 2017, 06:31

Ололар ярышты

”Таҙалыҡ” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Оло йәштәгеләр көнөнә арналып хаҡлы ялдағылар араһында ярыштар үтте.

Мишкә ”Таҙалыҡ” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Оло йәштәгеләр көнөнә арналып хаҡлы ялдағылар араһында ярыштар үтте. Уны район ветерандар советы һәм район хакимиәтенең физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет ойошторҙо. Кәмәй, Сурай, Оло Сухояз, Ҡайраҡ, Ирсай, Мишкә ауыл Советтарының, торлаҡ-коммуналь хужалығы, юл ремонтлау-төҙөү учреждениеһы, Мишкә 2-се урта мәктәбе, район хакимиәте, 1-се лицей, полиция, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, агроколледждың беренсел ветерандар ойошмалары әүҙем ҡатнашты. Оло йәштәгеләр дартс, бура һуғыу, баскетбол тубын кәрзингә ташлау, пневматик винтовканан атыу буйынса көс һынашты.
Читайте нас