Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Октябрь 2017, 06:43

Өлгөр һәм рухлы ағинәй

Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Мәмдүнә Зарипованың исемен Асҡын районында күптәр белә.

Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Мәмдүнә Зарипованың исемен Асҡын районында күптәр белә. Ул 44 йыл тормошон балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Мәктәптә бай экспонатлы музей эшләүендә лә уның өлөшө ҙур. Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы матур йырлай, шиғырҙар, йырҙар ижад итә. Моңло тауышын ауыл һәм район Мәҙәниәт усағы сәхнәләрендә тамашасы һәр саҡ көслө алҡыштарға күмә. Ул Өфөлә, күрше Пермь крайында ла төрлө сараларҙа ҡатнашып, халыҡ һөйөүен күп тапҡырҙар яуланы. Ә эргәһендә, әлбиттә, һәр саҡ гармуны менән тормош иптәше Зөлфәҡәр ағай. Улар өс ҡыҙ һәм бер улға матур тәрбиә, белем биргән. Бөтәһе лә йыр-моңға ғашиҡ. Ҡыҙҙары Сулпан сәнғәт юлын һайлаған. Ул — Нефтекама ҡалаһы филармонияһы йырсыһы.

Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы бер нисә ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе. Оҫта, әүҙем етәксе уларҙы матур, рухлы сараларға дәртләндерә. «Ағинәйҙәр» ауылда үткән сараларҙың да һәр саҡ уртаһында ҡайнай. Әйткәндәй, 2017 йылға «Йәнтөйәк» төбәк гәзитенә улар дәррәү яҙылды. Киләһе йылға ла баҫмабыҙға беренселәрҙән булып яҙылып, башҡаларға өлгө күрһәтерҙәр, тип ышанабыҙ. Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы ташламалы ун көнлөктән файҙаланып, яҙылып та ҡуйҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо осорҙа «Йәнтөйәк»тең хаҡы:

бер йылға — 634 һум 57 тин, ә ярты йылға — 358 һум 62 тин.


Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас