Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Октябрь 2017, 13:46

“Йәнтөйәк” — бына тигән бүләк!

“Яҙыл да бүләк ит!” хәйриә акцияһы дауам итә

Гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙҙәренең ҡәҙерле һәм яҡын кешеләренә онотолмаҫлыҡ бүләк яһарға — 2018 йылға йәки йылдың беренсе ярты йыллығына “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә подписка рәсмиләштерергә тәҡдим итәбеҙ.

Мөғжизә ҡылығыҙ — сөнки һеҙҙең бүләк адресатҡа, һеҙҙең хаҡта бер йыл йәки ярты йыл буйына хәтерләтеп, айына ике тапҡыр килеп торасаҡ. Әйләнә –тирәгеҙгә күҙ һалығыҙ, һеҙҙең күршеләрегеҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ араһында, һис шикһеҙ, төбәк һәм район тормошо, райондарҙағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынған кеше барҙыр. Әммә ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында гәзиткә яҙыла алмаҫҡа мөмкин. Былар һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ, һуғыш йәки хеҙмәт ветерандары, күп балалы йәки аҙ килемле ғаиләләр, элекке хеҙмәткәр-пенсионер булырға мөмкин.

Игелек ҡылырға ашығығыҙ! Мохтаждарға ярҙам итеү сауаплы ғәмәл дә, заман талабы ла, күптәр өсөн йөрәк ҡушыуы ла икәнлеген онотмағыҙ! Изгелек бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай, ҡылғандарығыҙ үҙегеҙгә мең сауап булып әйләнеп ҡайтыр! 5 октябрҙән 15-енә тиклем дауам итәсәк ун көнлөктә гәзиткә яҙылыу хаҡы — 634 һум 57 тин, алты айға — 358 һум 62 тин.

Мөхәрририәт.
Читайте нас