Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Октябрь 2017, 07:03

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һәр беребеҙ үҙенең тормошон һеҙҙең дәрестәрҙән башланы, һеҙ биргән белем аша донъяны асты. Ғүмер буйына беҙ мәктәпте онотмайбыҙ, күңелебеҙ түрендә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, ҡыуанып уҡытыусыларыбыҙ менән осрашабыҙ. Һеҙҙең бик яуаплы һәм кәрәкле эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәйһегеҙ, яңы программалар, эш алымдарын үҙләштерәһегеҙ, ғилми проекттарҙы тормошҡа ашыраһығыҙ. Үҙегеҙҙең талантығыҙ һәм оҫталығығыҙ менән уҡыусыларығыҙҙың йөрәгенә нур һалаһығыҙ, балаларҙы яҡшылыҡҡа, тоғролоҡҡа, ижади фекерләргә һәм үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә өйрәтәһегеҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ! Көс-дәрт, балаларға һөйөү, һөнәри оҫталыҡтың яңынан-яңы бейеклектәренә өлгәшеү ынтылышы бер ваҡытта ла ташламаһын.

Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” төбәк гәзите коллективы.
Читайте нас