Иҫке Ҡаҙансы ағинәйҙәре лә байрам уңайынан ауыл китапханаһында йөкмәткеле сара ойошторҙо. Урындағы ойошма етәксеһе Мәмдүнә Зарипова Экология йылында башҡарылған эштәрҙе барлап, артабан да өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы көҙгө осорҙа йыйыла торған дарыу үләндәре һәм емеш-еләктәр тураһында ла һөйләп, уларҙы ҡулланырға кәрәклеген билдәләне.
Артабан ағинәйҙәр яңы яҙған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. “Йәдкәр” фольклор ансамблен тергеҙеп, репертуарҙарын ҡабатлап, улар Ололар көнө уңайынан клубта үткән сарала ла сығыш яһаны. Ағинәйҙәр Резеда Әхәтова, Гөлфинә Исламова оло йәштәгеләргә бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡыны, ә Рәмилә Мостафина менән Фәрүзә Зөбәйерова йыр бүләк итте.