Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Октябрь 2017, 11:54

«Йәнтөйәк» — яҡшы бүләк!

Асҡын ауылында йәшәүсе Гүзәл Мөфтиева «Йәнтөйәк» гәзитенә даими яҙыла.

Асҡын ауылында йәшәүсе Гүзәл Мөфтиева «Йәнтөйәк» гәзитенә даими яҙыла. Баҫманы ул әсәһенә — Фикиә апай Солтан ҡыҙына бүләк итә. «Әсәйем гәзитте бик ярата. Үҙе кеүек уңған ҡатын-ҡыҙҙар менән һоҡлана, яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Төрлө-төрлө хәбәрҙәр менән бүлешкән, илһам һәм рух сығанағы булған «Йәнтөйәк» яҡшы бүләк. Осһоҙораҡҡа яҙылыу мөмкинлеге биргән ун көнлөктә, һис шикһеҙ, тағы ла яҙылып, әсәйемде шатландырасаҡмын, — ти ул.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 октябрҙән 15-нә тиклем «Йәнтөйәк» төбәк гәзитенә бер йылға — 634 һум 57 тингә, ә ярты йылға 358 һум 62 тингә яҙыла алаһығыҙ.

Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас