Ололар көнө Солтанбәк ауылында ла бик матур һәм йылы мөхиттә үтте. Ауыл мәҙәниәт йорто методистары Зөлфинә Сәйфуллина менән Ралиф Муллаянов йөкмәткеле сара әҙерләне. Кисәгә йыйылыусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы Илһам Суфиянов йылы тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан Оло йәштәгеләрҙе Мәүзәлиә Хәсәнова етәкселегендә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре йырлап, шиғырҙар һөйләп, бейеп тәбрикләне. Мәктәп уҡыусылары ла өләсәй-олатайҙарын ҡотлап, үҙ ҡулдары менән открыткалар яһаған. Улар оло йәштәгеләргә музыкаль бүләк тә әҙерләгәйне.
Ауылдың аҡһаҡалы Нурулла Хәсәновты 75 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләү сараға тағы ла йәм өҫтәне. Килене Мәүзәлиә Хәсәнова ҡотлап, бик матур йыр бүләк итте. Нурулла ағай яуап итеп, ауылдаштарын байрам менән ҡотлап, иң яратҡан көйҙәрен баянда уйнап ишеттерҙе. Байрам сәй табыны артында дауам итте. Ололар ихлас аралашты, яңылыҡтары менән бүлеште, йырлашып та алды.