Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Октябрь 2017, 11:55

“Йәнтөйәк”кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

“Йәнтөйәк”те һәм башҡа баҫмаларҙы яратыусы дуҫтарыбыҙға һөйөнөслө хәбәр еткерәбеҙ – матбуғатҡа яҙылыу барышында мотлаҡ ташламалы хаҡтарға декада, йәғни ун көнлөк иғлан ителә. Был юлы ла тик һеҙҙең өсөн генә 5 октябрҙән 15- енә тиклем дауам итәсәк ул. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Тағы ла шу­ны иҫегеҙгә тө­шөрәбеҙ: подписка көндәре-айҙарында яратҡан гәзит-журналдарға яҙылып, бына тигән бүләк тә ота алаһығыҙ. Уның өсөн әллә ни күп кәрәкмәй, бары тик бер республика, бер урындағы гәзиткә (журналға) алты айға йә бер йылға квитанция тултырырға ла, күсермәләрен Өфөләге редакцияларға ебәрергә генә. “Республика Баш­кортостан” нәшриәт йортона (Киров урамы, 45-се йорт, подписка бүлеге) ла юллағыҙ. Аҙна һайын бүләктәр уйнатыла. Кем белә – бәхет һеҙгә йылмайыуы ла бик мөмкин.

Үрҙә әйтеүебеҙсә, 5 – 15 октябрҙә баҫмабыҙға яҙылыу хаҡтары арзанай­ҙы: “Йәнтөйәк”кә бер йылға яҙылыу хаҡы 634 һум 57 ), ә ярты йылға — 358 һум 62 тин.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас